Бөгөн Башҡортостан Башлығы районда эш сәфәре менән булды. Майҙанды һәм биләмәне тәртипкә килтереү өсөн “Заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса 10 миллион һум бүленгән. Төҙөкләндереү проектын Өфө белгестәре әҙәрләгән.
Радий Хәбиров эш барышы менән ҡәнәғәт ҡалды һәм майҙанды рәсми асыу тантанаһына килергә теләк белдерҙе. Район үҙәгендә Республика етәксеһе Советтар Союзы геройы Валентин Паширов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ла булды. Былтыр бында ҙур реконструкция үткән. Быйыл спорт майҙансығында ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн ҡоролмалар ҡуйылған. Радий Хәбировтың Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиҙәтуллин менән осрашыуында, төбәктең социаль-иҡтисади хәле, агросәнәғәт, туристик проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Яҡын арала районда транспорт һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла. Радий Хәбиров уңыштарҙы юғары баһаланы һәм халыҡ менән бергә аралашып эшләргә кәңәш итте.
#хабиров #кушнаренко