Туймазыла медицина ҡалдыҡтары менән тулған ангар асыҡланған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бина эсендә йөҙҙәрсә килограм ҡулланылғанпрепараттар, шприц, ампула  һәмкоронавирусҡа алынған ыңғай тестар табылған.

Шаһиттар әйтеүенсә, медикаменттарҙың еҫе тирә-йүнгә таралған. Уларҙың ковид менән көрәшкә үҙгәртепҡоролғанТуймазы үҙәкрайон дауаханаһынан булыуы ла ихтимал. Ҡағиҙәбуйынса, Б хәүефһеҙлек класлы медицина ҡалдыҡтарыяндырылырға тейеш. Күрәһең, был эшкә контракт алған «Сафети Эк»компанияһы махсус утиль менән шөғөлләнмәҫкә ҡарариткән. Шаһиттар шулай уҡ ангарға марттан алып бер үкавтомобилдең килеп ниҙер ауҙарғанын күргән. Әлеурында полиция эшләй. Эш барышын прокуратура етди күҙәтеүгә алған.

Айнур Кәбиров.