Бөгөн Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үтә

Видеоэлемтә ярҙамында район һәм ҡала башлыҡтары менән коронавирус таралыуҙы сикләү саралары буйынса фекер алышыу ойошторола. Кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт тармағындағы хәлдәр, эскпорт буйынса тәүге һөҙөмтәләр ҡарала. Төҙөлөш объекттарына кадастр баһаһы биреү, ер аҫты байлаҡтары менән файҙаланыу буйынса интерактив электрон карта булдырыу һәм социаль контракт нигеҙендә халыҡҡа адреслы социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса отчет тыңлана.