Башҡортостанда янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ярҙамында 400 кеше ҡотҡарылған

Мохтаждарға датчик бушлай ҡуйыла. Уларға заявканы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында ҡалдырырға була.

Кисә Өфөлә 9 ҡатлы йортта янғын сыға. Ҡотҡарыусылар 18 кеше, шул иҫәптән 6 баланы хәүефле урындан сығарған. Радий Хәбиров батырлыҡ күрһәткән янғын һүндереүселәрҙе бүләкләргә вәғәҙәләне.