Рөхсәт ителмәгән урында ул ике дуҫы менән бергә һыуға сумған. Эскән компания бәхәсләшеп икенсе яҡ ярға тиклем йөҙөргә вәғәҙәләшә. Һөҙөмтәлә был хәл күңелһеҙ тамамлана. Йыл башынан ғына Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында алтмыштан ашыу кеше батыуы билдәле. Ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.
Уйындан уймаҡ сыға. Өс дуҫтың бәхәсләшеп һыу төшөүе күңелһеҙ осраҡҡа сәбәпсе була. 24 йәшлек егет эскән булған, күпергә тиклем йөҙөп етергә хәле ҡалмай. Дуҫтары уның ҡысҡырыуын ишеткәс тә, ярҙамға ашыға, әммә ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге күлдә һыу инеү бөтөнләй тыйылған. Бында пляждар ҙа юҡ. Тик күптәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итә.
Долгое күленә шишмәләр ағып төшә, дөйөм майҙаны ун гектар, оҙонлоғо ике саҡрым. Яр буйында шәхси сектор, йәйәүлеләр өсөн ике күпер төҙөлгән. Балыҡсыларҙың яратҡан урыны. Профилактик рейд барышында инспекторҙар халыҡҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биләмәлә күңелһеҙ хәлдәр йыш ҡабатлана.
Күл буйында ял итеүселәр күп, быны сүп-сар өйөмдәре лә дәлилләй. Һыу ятҡылығы пластик, быяла һауыттар менән тулған, бысраҡ. Ә ҡасандыр бында аҡҡоштар эйәләгән булған... Хәҙер ҙә биләмәне ҡыр өйрәктәре ташламай. Тик матур итеп ял итер урынға, ҡырағайҙарса ҡыланып, һыу төшөүселәр йыш ҡына үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Шуныһы үкенесле.
Гөлназ Хәйбуллина.