Стәрлетамаҡта «Уңайлы ҡала мөхите» проекты сиктәрендә йәмәғәт биләмәләре тәртипкә килтерелә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Емерек хәлдә булған «Сода» мәҙәниәт һарайы алдын һәм Стәрле йылғаһының яр буйын төҙөкләндереү эштәре былтыр башлана. Уның дөйөм оҙонлоғо бер километр тәшкил итә.

Проекттың төп маҡсаты ҡала халҡына уңайлы һәм заманса мөхит булдырыу. Тәү сиратта йәйәүлеләр өсөн ял зонаһы, велосипед юлдары яңыртыла, диодлы яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла, серек ағастар ҡырҡыла. Ял итеүселәрҙе паркта урынлашҡан балалар өсөн уйын майҙансығы һәм махсус тренажерҙар йәлеп итә. Планға ярашлы ремонт эштәре быйыл да йылдам бара. Объектта йорт хайуандары менән йөрөү өсөн майҙан, биотуалеттар урынлаштырыласаҡ, спорт менән шөғөлләнеү өсөн өҫтәмә урын бүленәсәк. Шулай уҡ подрядсы ойошма етәксеһе билдәләүенсә, «Самауыр» шишмәһен төҙөкләндереү күҙаллана.

Яҡын арала эскәмйәләр һәм өҫтәмә сүп-сар һауыттары ҡуясаҡбыҙ. Ҡала халҡын тирә-яҡта сүпләмәүҙәрен үтенәбеҙ. Проекттың дөйөм суммаһы 36 миллион һум, төҙөкләндереүҙең икенсе этабын август аҙағында тамамларға ниәтләйбеҙ.

Геворг Григорян, төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе

Әлфинә Килдейәрова.