Өфөнөң Комсомол урамында йәшәүселәр оҙаҡҡа һуҙылған юл ремонты буйынса дәғүә белдерә. Төҙөкләндереү эштәренә бәйле, күп ҡатлы йорттар тирәһендә тығындар барлыҡҡа килеп, урындағы халыҡтың хәрәкәтендә ҡатмарлыҡтар барлыҡа килә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Комсомол урамында еңел машина йорт тирәләй әйләнә. Үҙәк юлға сығыр өсөн водителдәргә тротуар буйлап хәрәкәт итергә тура килә. Әммә йыш ҡына унда ла тығындар барлыҡҡа килә. Күләмле ремонт барышында урамдағы бер нисә йорт ихатаһы транспорт хәрәкәте өсөн ябыла.
Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр әйтеүенсә, юлдарҙы ябыр алдынан бер ниндәй ҙә иҫкәртеү булмай. Ремонт эштәре ҡасан тамамланғанын да аңлатмайҙар. Шуныһы хәүефле, бында хатта янғын һүндереү машинаһы ла үтә алырлыҡ түгел, тип борсола ихатала йәшәүселәр. Ә таксиҙы подъездға тиклем саҡыртыу тураһында һүҙ ҙә юҡ.
Юл төҙөкләндереүе берсә ҡыуаныслы, берсә мәшәҡәтле һәм уңайһыҙ, тип билдәләй фатир хужалары. Комсомол, Һәҙиә Дәүләтшина бульвары, Бессонов урамдары киҫелешендә дөйөм алғанда дүрт км юл төҙөкләндерелә.
Проект 2021 йылға тиклем иҫәпләнгән, шуға ла эшселәр һәр участканы кварталдарға бүлеп тәртипкә килтерә. Комсомол урамында эштәр ай аҙағына тиклем тамамланасаҡ тип планлаштырыла, әммә ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килгәндә сроктар һуңғараҡ күсерелеүе ихтимал.
Октябрь проспекты моделе буйынса төҙөкләндерелгән дүрт һыҙатлы юл алтауға әйләндереләсәк. Ремонттан һуң был арауыҡтан машиналарға хәрәкәт итеү күпкә иркен һәм хәүефһеҙ булыр тип күҙаллана. Күләмле проект буйынса яҡтыртыу линияларын, туҡталҡаларҙы, ғөмүмән, юл буйындағы бөтә ҡоролмаларҙы яңыртыу маҡсаты ҡуйылған.
Ф.Ким.