Уңда ла соҡор, һулда ла соҡор. Благовещен районы халҡы юлдарҙа колея булыуына зарлана. Һүҙ Благовещен-Павловка трассаһының 33-сө саҡырымы тураһында. Урында йәшәүселәр һәм ял итергә йөрөүселәр көнүҙәк мәсьәләнең хәл ителеүен һорай. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Соҡор – хәүеф сығанағы. Водителдәр юлдарҙың торошона ҡарата ҡәнәғәтһеҙлектәрен һәм борсолоуҙарын белдерә. Ысынлап та улар маҡтанырлыҡ хәлдә түгел. Бер нисә йыл дауамында Благовещен- Павловка автомобиль юлынан үтеү ҙур хәүеф тыуҙыра. Эшҡыуар Альбина Терехинаға эш буйынса йыш ҡына ошо трассанан үтергә тура килә. Бында булған авариялар тураһында ла күп ишетәбеҙ, юлға тамырҙар үҫеп сыҡҡан кеүек, ти ул.
Башҡортостанда йылы көндәр етеү менән ял итеүселәр тәбиғәткә сыға, айырыуса Павловка һыуһаҡлағысы ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Әммә ул йүнәлештәге юл туристарҙы автомобилһеҙ ҙә ҡалдырыуы ихтимал. Юл һыҙаттарының булмауы, соҡор-саҡырҙар мәсьәләнең бер өлөшө генә. Улар йылдан йыл кәмемәй, арта ғына бара, тип белдерә урында йәшәүселәр. Соҡорҙарға эләкмәҫ өсөн водителдәргә ҡаршы юлға, йәки юл ситенә сығырға тура килә. Был хәл менән Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы апрелдән алып шөғөлләнә башлай.
Кадрҙан күренеүенсә, юл ҡаплауының өҫтө насар хәлдә, ҡайһы бер өлөштәрендә асфальт бөтөнләй юҡ. Водителдәр белдереүенсә, һауа торошо ямғырлы булғанда соҡорҙарға һыу тула, уның ниндәй тәрәнлектә икәнен аңлап булмай. Ә төндә юлға сығыу бөтөнләй хәүефле. Республиканың Юл хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре мәсьәләнең килеп сығыуынан автоһәүәҫкәрҙәрҙе ғәйепләй. 30 йыл элек төҙөлгән трассаның ауырлығы(нагрузка) 27 тонна тәшкил итә. Юлсылар әйтеүенсә, әлеге көндә бынан 60-70 тонналыҡ ауыр йөк машиналары үтеүҙән туҙа
Башҡортостандың иң матур ерҙәренең береһендәге юлдар ял итеүселәр хәтерендә яҡшы тәҫьораттар ҡалдырһын ине.
Әлфинә Килдейәрова.