Радий Хәбировошо туралағы күрһәтмәгә ҡулҡуйҙы. Уның рәйесе итеп беренсе вице-премьер Андрей Назаров тәғәйенләнде.
Тәү сиратта штаб «Эрмитаж», «Белая река», «Мәскәү», Миловка паркы» һәм «Көмөш шишмә» кеүек проблемалы объекттар өсөн яуаплы.Документҡа «Төҙөлөш сәғәте» ултырышы йомғаҡтарына ярашлы ҡул ҡуйылды, унда Радий Хәбиров проблеманы ентекләп өйрәнеү һәм системалы ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләләре менән махсус структура шөғөлләнәсәген билдәләне.Башҡа объекттар БашҡортостанТөҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында ҡала.Штаб республика башлығына мәғлүмәтте даими еткереп торорға тейеш.
Әйткәндәй, Нефтекамала торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусыларға фатир асҡыстары тапшырылды. Күп йылдарға һуҙылған проблема Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән уңышлы хәл ителде. Былтыр сентябрҙә ике йорттан 140 кеше фатир туйлау бәхетенә ирешкәйне. Был юлы өсөнсө өй ҙә сафҡа инде, хужалар тантаналы рәүештә 15 асҡыс алып ҡыуанды. «Интеграл» йәмғиәте өлөшсөләренең проблемаһын тулынса хәл итеү өсөн сиратта тағы ла бер йорт ҡалған. Ул декабрҙә файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.