Иглин районында юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ивано-Казанка ауылында июль аҙағына тиклем ике километрҙан ашыу юлды ремонтлау ҡаралған.

Ивано-Казанка ауылында юлдарҙы төҙөкләндереүгә бюджеттан 2 миллион ярым һум тирәһе аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта ремонт эштәре ике урамда тамамланған тиерлек. Бында юлға ҡомташ түшәлгән. Белгестәр билдәләүенсә, был юлы эш ҙур әҙерлек менән башҡарылған, проект әҙерләнгән, элекке етешһеҙлектәр иҫәпкә алынған. Ивано-Казанка ауылы хакимиәте башлығы Андрей Куклин әйтеүенсә, хәҙер яҙлы-көҙлө проблемалар булмаясаҡ.

Юл яҡшы итеп һалынған, эре таштар өҫтө тигеҙләнеп, ваҡ ҡырсынташ түшәлгән. Хәҙер Ивано- Казанка ауылында юл менән бәйле проблема хәл ителде тип әйтергә мөмкин. Киләсәктә ошо биләмәлә урынлашҡан башҡа ауылдарҙың юлдарын төҙөкләндереү талап ителә.

Андрей Куклин, Ивано-Казанка ауыл биләмәһе башлығы

Рәмзиә Кәримова.