Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтереүсене асыҡлауҙа ярҙам күрһәтеүсегә 500 мең һум аҡса вәғәҙә ителә

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтереүсене асыҡлауҙа ярҙам күрһәтеүсегә 500 һум күләмендә аҡса вәғәҙә итте. Ҡот осҡос фажиғә Ҡыйғы райоында теркәлде. Ҡәбәхәттәр 100 йәшлек Иван Несмияновтың ғүмерен ҡыйған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар оло быуын вәкиленең йортона талау маҡсаты менән килгән. Ветеран яңғыҙ йәшәгән булған.

Иван Несмеянов Байкал аръяғы фронтында Японияға ҡаршы һуғыша. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Былтыр ноябрҙә ул үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән булған. Әлеге ваҡытта фажиғә урынында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эшләй. Башҡортостандың Эске эштәр министры Роман Деев ваҡиғаны шәхси контролгә алған. Фажиғә урынынан БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Айнур Кәбиров.