Һигеҙ фатирлыҡ ике ҡатлы йортта ут бөгөн иртәнге 10 менән 11 араһында сыға. Боронғо ағас өй һанаулы ғына минуттар эсендә гөлтләп тоҡана. Кешеләр урамға бер ҡат кейемдә генә йүгереп сыға. Сығып өлгөрмәгәндәргә күрше йорттағылар ярҙамға ташлана. Тап улар янғын һүндереүселәргә шылтырата, ашығыс медицина ярҙамы машинаһын саҡырта.
Утты һүндереүгә 10 берәмек техника һәм 35 янғын һүдереүсе йәлеп ителгән. Белестәр әйтеүенсә, уттың таралыу хәүефе юғары була. Берҙән көслө булмаһа ла ел иҫә, икенсенән, эргә-тирәлә генә башҡа йорттар урынлашҡан. 120 квадрат метр майҙандағы асыҡ ут төшкә ҡарай ғына һүндерелә. Белгестәр әйтеүенсә, әле фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана. Шулай уҡ зыян күреүселәргә психологик ярҙам күрһәтелә, ваҡытлыса торлаҡҡа урынлаштырыу бара.
Рәмзиә Кәримова.