17 йәшлек бер үҫмер хәбәрһеҙ юғапған. Үлемесле осраҡтар Баймаҡ, Балтас, Стәрлетамаҡ, Белорет, Дәүләкән, Көйөргәҙе, Өфө һәм Ишембай райондарында теркәлгән.
Һыуға батып үлеүселәрҙең күпселеге рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән һәм эскән булған. Дәүләкән районында Асылыкүлдә ҡотҡарыусылар тын тултырылған матрац таба. Шаһиттар унда йәш егеттең йөҙөп йөрөүен күргән. Үҫмер үҙе әле табылмаған.
Айнур Кәбиров.