Бесәндән ҡайтып барғанда фермер менән урында йәшәүселәр араһында бәхәс сыға. Ваҡиға Ишембай районы Йәнрыҫ ауылында теркәлә. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырыу менән туҡтап тора. Яҡтар үҙ хаҡлығын иҫбатлай. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Люциә Ибәтуллина көтмәгәндә ауылдаштар менән осрашыу күңелһеҙ һөҙөмтәләргә килтерер тип уйламай ҙа. Тормош иптәше менән бесәндән ҡайтып барғанда урындағы йүнсел менән бәхәс сыға. Фермерҙың ҡуртымға алынған баҫыуы буйынса хәрәкәт иткән арба бесәнлекте тапай. Ғауға ваҡытында бесән йыйыу ҡоролмалары ла эшкә егелә, һөҙөмтәлә төрлө тән йәрәхәттәре алдыҡ, ти Ибәтуллиндар.
Ибәтуллиндар полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра, ҡатынды медицина тикшереүе үтергә ебәрәләр. Мал, ҡош-ҡорт аҫраған ғаилә бер нисә көн дауамында хужалыҡ менән шөғөлләнә алмай. Урындағы фермер менән ҡайһы бер ауылдаштары ла бер нисә йыл дауамында бәхәстә йәшәй. Уларҙың әйтеүе буйынса, биләмә янында йөрөгән малдарҙы хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡыуып ҡына ҡалмай, ә төрлөсә язалай.
Фермерҙар иһә ваҡиғаның икенсе версияһын һөйләй. Ул көндә эшҡыуарҙың улы машинала китеп барған. Атаһына һөжүм иткәндәрен күреп ҡалғас, уның эргәһенә ашҡына. Ҡуртымға алынған баҫыуҙарға быға тиклем иген сәсһәләр – мал-тыуар тапаған. Ә хәҙер бесәнлек өсөн генә ҡулланылған биләмәнән ауыл халҡы юл һалып ала.
Ибәтуллиндар ғаиләһе быға тиклем хужалыҡта эшләгән. Мал-тыуар, бесәнлек арҡаһында килеп тыуған бәхәс киҫкен мөнәсәбәт тыуҙыра. Ауыл хакимиәте мал көтөр өсөн айырым биләмә бүлеп, уны кәртәләргә тәҡдим иткән. Әммә быны ауыл халҡы хупламай.
Әлфинә Килдейәрова.