Заман башҡа – заң башҡа

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостанда хәҙер һыйырҙарҙы вертолет менән көтә башлағандар.

Һәр хәлдә социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙма халыҡта ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы. Интернет ҡулланыусылар был видеоның Краснокама районы Һаҡлау ауылында төшөрөлгән тип бара. Улар билдәләүенсә, бындай күренешкә төбәктә көн һайын тиерлек шаһит булырға мөмкин.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, вертолет хужаһы урындағы билдәле эшҡыуарҙарҙың береһе. Ул ошондай үҙенсәлекле юл менән үҙенең ҡуртымға алған ерҙәрен ауыл көтөүенән һаҡлай.

Илдар Байбулатов.