Өфөлә алданған өлөшсөләрҙең проблемаһын хәл итеүгә арналған оператив штаб ултырышы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан Хөкүмәтендә өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусыларҙың проблемаһын хәл итеүгә арналған оператив штаб ултырышы үтте.

Хәбәр итеүебеҙсә, оператив штаб Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы ойошторолғайны. Уның ҡарамағына төрлө министрлыҡ-ведомство вәкилдәре, Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары һәм башҡа белгестәр инә.

Был оператив штабтың тәүге генә ултырышы түгел, унда «Миловка паркы», «Эрмитаж», «Мәскәү» һәм башҡа проблемалалы торлаҡ комплекстарындағы йорттарҙы сафҡа индереү мөмкинлектәре барлана. Штаб ултырышын бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы.

Рәмзиә Кәримова.