Һыу ингәндә вайымһыҙ булмағыҙ. Республика ҡотҡарыусылары граждандарға шундай кәңәштәр еткерә

Тағы ла бер ҡатын һыу өҫтөндә матраста ҡыҙынып ятҡанда ҡаты йоҡоға тала, көслө ел уны күл уртаһына тиклем йөҙҙөрөп алып китә. Бошмаҫтарҙың барыһын да ҡотҡарыусылар ярға алып сыҡҡан. Унан тыш бер егет ел алып киткән уйынсыҡ артынан йөҙөп бара һәм хәле бөтә. Уға ла ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы кәрәк була.

Шишмә районында иһә 5 йәшлек бала юғалған. Малай әсәһе менән һыу буйында була, әсәһе хәмер эсеп ултырған ваҡытта юҡҡа сыға. Әле уны эҙләү дауам итә. Шишмә районына Өфөнән ҡотҡарыусылар ебәрелгән.