Ҡоро көндәр республикала урман янғындарының артыуына килтерҙе

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет ҡалаһы эргәһендә янғын  өс гектарҙы ялмап алған. Әле уттың таралыу хәүефе бар. Бөрйән районында ла Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығын ут ялмаған. Ҡурсаулыҡтың рәсми сайтында халыҡты ҡабул итеүҙе туҡтатыу тураһында мәғлүмәт баҫылған.

Интернет ҡулланыусылар бер-береһен бындай шарттарҙа урманға йөрөмәҫкә кәңәш итә. Дөйөм алғанда, әлеге ваҡытта төбәктә 16 ерҙә урман яна, йәғни 95 гектарҙан ашыу майҙанды ут ялмап алған. Янғынға ҡаршы көрәшкә 238 кеше һәм 80 берәмек техника йәлеп ителгән. Республикала 4-5 класлы янғын хәүефе һаҡлана. 22 июндән бирле республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. Быға бәйле, урман эргәһендә усаҡ, ҡоро үлән, сүп-сар яғыу тыйыла.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефон һандарына – йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – шылтыратыуығыҙ һорала.