Ул юғалған урындан 5 километр алыҫлыҡта табылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 июлдә бала ата-әсәһе, бер туғандары менән Шишмә районы Черниговка ауылы эргәһендәге һыу буйында ял иткән булған.
Әммә ата-әсә күңел асҡан арала, бала ҡапыл күҙҙән юғала. Апай-ағалары ҡустыларын эҙләп ҡарай, әммә малай табылмай. Яр буйында уның кейемдәре ятып ҡалған була.