Уяҙытау курортында аҫралған айыу томра эҫелә күләгә таба алмай яфаланған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шаһиттар төшөрөп алған видеояҙма интернет ҡулланыусыларында төрлө фекер тыуҙыра. Ҡояштан һаҡлаусы ҡоролмалар булмаған вольерҙа йәшәгән йыртҡыс тураһында киләһе репортажда.

Был видеояҙма Инстаграм селтәрендә йәшен тиҙлегендә тарала. Күпләп репост һәм негатив комментарийҙар йыя. Кадрҙа күренеүенсә, йәнлек томра эҫелә ҡояш аҫтында хәлһеҙ ята. Тәү ҡарашҡа ниндәй йыртҡыс икәне лә аңлашылмай. Видеояҙманың авторы менән бәйләнешкә сығыу һөҙөмтә бирмәне. Мәсьәләне асыҡлар өсөн беҙҙең ижади төркөм ваҡиға урынына юлланды. Тау саңғыһы комплексында урынлашҡан зоопаркта тиҫтәләп ҡош һәм хайуан тотола.

Октябрьский ҡалаһы янында урынлашҡан курортта был айыу бер айлыҡ сағынан йәшәй. Уны тау саңғыһы комплексы хужаһына бүләк иткәндәр. Биләмәлә йыртҡыс йәшәй башлағас, зоопарк асыу идеяһы тыуа. Хәҙер бында айыуҙан тыш, бөркөт, күгәрсен, тейен, ҡуян, бүре һәм янут аҫрала. Хайуандар һәм ҡоштар көнөнә ике тапҡыр, иртәнсәк һәм кис ашатыла. Шулай уҡ ял итеүселәр төрлө тәмлекәс менән йәнлекте һыйлай ала. Һәр көн вольерҙарҙың эсе таҙартыла, эсәр һыуҙары яңыртыла.

Техник һыу даими рәүештә килеп тора, эсә торған һыуҙы ла көнөнә ике тапҡыр алмаштырабыҙ. Берҙән-бер өҫтәгән нәмә- ул ағас япма. Хәҙер вольер күләгәлә.)

Анна Волкова, вольер идарасыһы

Зоопаркта йәшәүселәр ярма, бутҡа, икмәк-ҡалас изделиелары менән туҡландырыла. Ҡоштарға – көнбағыш һәм бойҙай, тейендәргә – сәтләүек бирелә. Вольерҙарҙы таҙартыр өсөн айырым хеҙмәткәр эшләй, йәнлектәрҙең сәләмәтлеген ветеринар күҙәтә.

Вакцинация талаптар буйынса үтәлә. Айыуға йыртҡыс хайуан булараҡ йылына бер ҡотороуға ҡаршы дарыу бирәбеҙ. Шулай уҡ төрлө паразиттарға ҡаршы эшкәртеп торабыҙ.

Алексей Контарев, ветеринар

Зоопарк йыл әйләнәһенә эшләй. Хеҙмәткәрҙәр билдәләүенсә, бында башлыса төрлө йәрәхәттәр алған, ҡырағай тормошта йәшәй алмаған ҡоштар, йәнлектәр аҫрала.

Әлфинә Килдейәрова.