Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында ут таралыуын туҡта алғандар

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан ошо турала хәбәр итәләр. Янғынды ут таралыу юлында ҡаршы үрт яһап туҡтатҡандар. Әле биләмәлә гектар ярым майҙанда янғын күҙәтелә.

Һарғая ауылы янындағы янғынды һүндергәндәр, халыҡҡа ҡурҡынысы юҡ. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов ошоларҙы белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уҙған тәүлектә 12 урман янғыны теркәлгән. Учалы районында янғын һүндерелгән, Белорет, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарында ут таралыуы туҡтатылған.

#пожар #заповедник #бурзян