Уларҙың икәүһе – балалар. Был турала бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Аяныслы хәлдәрҙе киҫәтеү буйынса ҡотҡарыусылар профилактик рейдтар үткәрә. Республика ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУҙған аҙнала һыу объекттарында өс меңдән ашыу профилактик рейд ойошторолған. Уларҙа 15 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан өсөн мөһим проблема – урман янғындары темаһы ла күтәрелде. Әлеге көндә Әбйәлил, Учалы, Бөрйән һәм Белоретта урман яна. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, иң ҙур янғын Бөрйән районындағы Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында теркәлгән. Унда 2000 гектар урман янған. Кисә кис ул локалләштерелгән, таралыу хәүефе юҡ. Ирекмәндәр һәм ҡотҡарыусылар әле урында эшләүен дауам итә, янған урындарҙы һүндерә.