Башҡортостанда коронавирустың икенсе тулҡыны таралыу ихтималлығы бар

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Республика башлығы Башҡортостан Хөкүмәтендә бөгөн үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров халыҡты коронавирус менән бәйле һаҡланыу саралары хаҡында онотмаҫҡа, шулай йылға-күлдәрҙә ял иткәндә уяу булырға ла саҡырҙы. Сөнки һуңғы көндәрҙә батып үлеүселәр һаны  бермә-бер артҡан. Ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Йылға-күл буйҙары диңгеҙ ярын хәтерләтә, быйыл беҙҙә лә алма төшөрлөк тә урын юҡ. Был аңлашыла, һуңғы аҙналарҙағы аномаль эҫеләрҙә  өйҙә түҙеп ятыу мөмкин түгел. Әммә һыу буйындағы ялдың да үҙ тәртибе бар, уларҙы боҙоу күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Батып үлеү осраҡтары күберәк рөхсәт ителмәгән урында йәки эскән килеш һыу инеү менән бәйле. Ҡотҡарыусылар рейдтар үткәрә, иҫкәртә, тик барыһы ла аңлап бөтмәй.

Уҙған аҙнала Башҡортостанда 35 кеше, шул иҫәптән ике бала батып үлгән. Бынан тыш, ҡотҡарыусылар юғалған дүрт кешене эҙләй. Йылға-күлдәрҙә фажиғәле осраҡтарҙың артыуын иҫәпкә алып, барлығы 3 меңдән ашыу профилактик рейд ойошторолған. Һуңғы көндәрҙә республика төбәктәрендә өҫтәмә рәүештә 4 пляж асылған. Рәсми һыу инеү урындары күплеге буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй, Радий Хәбиров был күрһәткесте тағы арттырыу бурысын ҡуйҙы.

Тағы бер хәүеф-коронавирус инфекцияһы менән бәйле. Республика башлығы күп кенә дәүләттәрҙә коронавирустың әйләнеп ҡайтыуын да билдәләне. Шуға ла улар талаптарҙы йәнә ҡәтғиләштереп, ҡаты карантин индерелә башлаған. Радий Хәбиров фекеренсә, ошо осорҙо үткәреп ебәрер өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү талап ителә.

Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә муниципаль берәмектәргә киләһе йылда юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү буйынса көсөргәнешле эшкә әҙерләнергә ҡушты. Был халыҡтың транспорт инфраструктураһына күпләп зарланыуы менән бәйле. Барлыҡ район-ҡалаларҙа ла Өфө урамдарындағы һымаҡ төҙөкләндереү үткәрелергә тейеш, тине Республика башлығы.

Тағы бер яҡшы яңылыҡ – пандемиянан һуң иҡтисадтың күтәрелә башлауы. Тәүге ярты йыллыҡта сәнәғәт етештереүе индексы 99 процентҡа яҡын тәшкил иткән, шул уҡ ваҡытта июндә май менән сағыштырғанда, үҫеш күҙәтелә. Республика башлығы йыл аҙағына тиклем күрһәткесте тағы арттырыу бурысын ҡуйҙы.

Рәмзиә Кәримова.