Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә «Инцидент-менеджмент» системаһы эшмәкәрлегенең тәүге 6 айға эш һөҙөмтәләре лә барланды.
Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская билдәләүенсә, ярты йыл эсендә 25 мең ярым мөрәжәғәт теркәлгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сыағыштырғанда, 9 меңгә әҙерәк. Республика халҡы күберәк юлдар торошона ризаһыҙлыҡ белдерә.
Шулай уҡ уларҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү, социаль хеҙмәтләндереү, һаулыҡ һаҡлау, йәмәғәт транспорты һәм мәғариф өлкәләрендәге проблемалар борсой. «Граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү – берлектәге эшмәкәрлектең мөһим йүнәлеше. Ул артабанғы үҫеш аныҡ билдәләргә ярҙам итә», тине Башҡортостан башлығы.
Илдар Байбулатов.