Октябрьский ҡалаһынан өс кеше күп һанлы бысаҡ йәрәхәттәре менән дауаханаға эләккән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уларҙың икәүһе һуңғараҡ вафат булған.Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә көнөндә ир-аттар ятаҡтағы бүлмәләрҙең береһендә табын ҡорорға йыйылған. Өҫтәлартына улар әлләнитаныш булмаған ирҙе лә саҡырған.

Артабан билдәһеҙ сәбәп менән шешәләш дуҫтар араһында низағ тыуған. Һөҙөмтәләенәйәттә ғәйепләнеүсебашҡаларға бысаҡ менән ташланған. Әлегеваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары 46 йәшлек ирҙе ҡулған алған.Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотосҡос фажиғәлә 36 һәм 41 йәшлек кешеләрҙең ғүмереөҙөлгән. Ҡазағатарыусы тағы ла бер ир медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң, өйөнәҡайтарылған.

Илдар Байбулатов.