Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Транспорт сәғәте”ндә пассажирҙар ташыуҙы камиллаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Әле төбәктә 1 меңдән ашыу маршрут иҫәпләнә, халыҡты 84 компания хеҙмәтләндерә. Автобус паркында 9 мең 700-ҙән ашыу берәмек транспорт бар.
“Башавтотранс”ҡа былтыр һәм быйыл 600-гә яҡын яңы автобус һатып алынған. Барыһы ла ГЛОНАСС системаһына тоташтырылған һәм “Алға” транспорт картаһы терминалдары менән йыһазландырылған. Пассажирҙар көнөнә “Алға” картаһы менән 361 мең тапҡыр файҙалана. Терминал дәүләт һәм муниципаль маршруттарҙа йышыраҡ ҡулланыла. Шәхси транспорт компаниялары картаны ҡабул итеп бармай. Радий Хәбиров мәсьәләне ентекләп өйрәнергә һәм халыҡ өсөн тағы ла уңайлыраҡ итеү алымдарын уйларға ҡушты.
#хабиров #трансчас