Өфөлә 85 йәшлек ханымдан 250 мең һум урлап ҡасҡандар

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урамда таныш булмаған ҡатын оло йәштәге ханымға килеп бал тултырыу өсөн банкалар һатыуын үтенгән. Пенсионер уны йортона саҡырған. Мутлашыусы 2 мең һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаны 5 мең һумлыҡҡа алмаштырыуын да үтенгән.

Оло йәштәге ханым ризалашҡан. Банка артынан икенсе бүлмәгә ингән ваҡытта, мутлашыусы йортта 240 мең һум булыуын белеп ҡалған һәм аҡсаны алып фатирҙан сығып киткән. Аҙаҡ асыҡланыуынса, 2 мең һумлыҡ ҡағыҙ аҡса ла ялған булған. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

#мошенничество #мвдрб