Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Ауырғазы районында булды

Республика етәксеһе төбәктең ҡеүәтле агропредприятиеларының береһе булған “Уңыш” компаниялар төркөмөнөң инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Ишле ауылында 6 мең 530 малға иҫәпләнгән һөт фермаһы төҙөлөшөндә булды. Комплекста 3 мең баш мал  һимертеләсәк.

Был республикала малсылыҡ өлкәһендә тормошҡа ашырылған иң  ҙур проекттарҙан һанала. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 4 миллиард ярым һум. Радий Хәбиров компания етәкселеге менән һөт һатыу, дәүләт ярҙамы мәсьәләләре буйынса һөйләште, “Инвестиция сәғәте”нең береһендә холдингтың артабанғы үҫеш перспективаларын ҡарауҙы тәҡдим итте. “Беҙ Рәсәйҙә һөт етештереү буйынса беренсе булыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Республика-аграр биләмә, беҙҙә ауыл хужалығы көслө. Һөтсөлөк Башҡортостан өсөн төп йүнәлештәрҙең береһе”-тип билдәләне республика башлығы. Районда заманса селекция-орлоҡ үҙәге булдырыу буйынса тағы бер инвестиция проекты бар. Йәлеп ителәсәк инвестициялар 240 миллион һумға баһалана. Февраль айында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә уны өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индереү тураһында ҡарар ителде. Төбәк етәксеһе Солтанморат ауылындағы мал һимертеү комплексын да ҡараны. Әле бында мең ярым  һуғым малы бар, киләсәктә баш һанын  2 мең 200-гә еткереү бурысы ҡуйыла. Радий Хәбиров ауыл халҡы менән дә осрашты. Улар эсәр һыу мәсьәләһе, ҡайһы бер биналарҙы һүтеү йәки реконструкциялау, янғын һүндереү машинаһы кәрәклеге, ауылды төҙөкләндереү ихтияжы тураһында һөйләне. Радий Хәбиров район хакимиәте башлығына  проблемаларҙы аныҡларға һәм нисек  ярҙам итеү мөмкинлеген асыҡларға ҡушты.