Иглин районы үҙәгенә яҡын ғына урынлашҡан бер нисә микрорайон халҡы йорттарына арест һалынған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Иҫәпкә бар, һанға юҡ. Иглин районы үҙәгенә яҡын ғына урынлашҡан бер нисә микрорайон халҡы йорттарына арест һалынған. Хәҙер улар күсемһеҙ милек менән бер ниндәй эштәр ҙә башҡара алмай. Сикләүҙәр тәфтишселәр тарафынан тикшереү барышына индерелгән. Баҡтиһәң, шәхси йорттар төҙөү өсөн бүленгән ер участкалары закон боҙоп теркәлгән. Ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Дүрт балалы Мигутиндар ғаиләһе ҡалалағы бүлмәгә һыймай башлағас «Әсәлек капиталы» һәм торлаҡ сертификаты иҫәбенә йәшәү шарттарын яҡшыртырға була. Ләкин был аҡсаларға улар тик Иглин районы үҙәгендә генә шәхси йорт таба ала. Тәүҙә бараһы ла яҡшы башлана. Өйҙө хосусилаштырып ике йыл йәшәгәс ергә арест барлығы хаҡында ишетәләр.

Сертификат һәм әсәлек капиталына һатып алырлыҡ йортто Иглиндә генә таптыҡ. Росреестр , башҡа ведомстволарҙы ла бер ниндәй ҡатмарлыҡһыҙ үттек. Кем уйлаһын инде, ниндәйҙер проблемаһы булыр тип. Әгәр суд беҙҙең файҙаға булмаһа, дүрт баламды күтәреп барыр урын да юҡ. Нишләргә лә белмәйбеҙ.

Гөлназ Мигутина

Баҡтиһәң, Иглин районында ошондай хәлдә ҡалған ғаиләләр бихисап. Район үҙәгенән алыҫ түгел генә урынлашҡан Кузьминки микрорайонында ғына мең алты йөҙ ғаилә арест һалынған йортта йәшәргә мәжбүр. Сикләүҙәр иһә тәфтишселәрҙең тикшереү ваҡытына индерелгән. Әле улар майҙандарҙы ауыл хужалығы ерҙәренән шәхси йорттар төҙөү участкаларына әйләндергән ваҡыттағы мутлашыуҙарҙы асыҡлай. Суд ҡарарын көткән арала халыҡ проблемалар менән япа- яңғыҙ ҡалған.

Аресты алмай тороп төҙөлөш ойошмаһы вәғәҙә ителгән юлды ла һала алмай. Юл юҡ икән, урындағы хакимиәт тә был йорттарҙы үҙ иҫәбенә лә күсерә алмай. Ошо рәүешле өс йыл Кузьминки һәм Ягодный микрорайоны халҡы заман уңайлыҡтарынан мәхрүм булып йәшәй.

Әгәр ерҙәр ысынлап та, мутлашыу юлы менән күсерелгән булһа, уларҙың бөтөнләй тартып алыныуы бар. Ул сағында инде бер ниндәй уңайлыҡтарҙың да хәжәте ҡалмаясаҡ. Шулай ҙа тәфтишселәр халыҡты борсолорға урын юҡ, тип тынысландыра.

Тик бына тикшереү эштәренең ҡасан тамамланыры билдәһеҙ. Иглин районы үҙәге тирәләй бындай хәлдә ҡалған торлаҡ комплекстарының байтаҡ булыуын иҫәпкә алғанда уны оҙаҡҡа һуҙылыр тимә. Ә юл һәм электр уты халыҡҡа бөгөн кәрәк.

Айнур Кәбиров.