Уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса Өфөлә үткән семинар шулай тип атала. Әммә уның исеме символик мәғәнәғә эйә, йәғни һүҙ ҡалалар хаҡында ғына түгел, ә тотош республикалағы тораҡ пункттарҙа ла матурлыҡ, уңайлыҡ тыуҙырыу хаҡында бара. Семинар Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан ойошторолған. Уның эшендә Республика башлығы Радий Хәбиров, ҡала-район хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары, эксперттар ҡатнашты. Семинарҙа ҡатнашыусылар Өфөлә төҙөкләндереү барышын да ҡараны. Ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тышта түҙеп торғоһоҙ эҫе, ә Ейәнсура районы ауылдарында эш ҡайнай. Иҫәнғолдағы урам федераль программа сиктәрендә төҙөкләндерелһә, ихаталар республика проекты ярҙамында тәртипкә килтерелә. Бынан тыш, урында район программалары ла ҡабул ителгән. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов әйтеүенсә, төп маҡсат-халыҡҡа йәшәү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу.
Ейәнсура районы Башҡортостанда төҙөкләндереү буйынса алып барылған оло эшмәкәрлектең бәләкәй генә сағылышы. Урамдарҙы, ихаталарҙы, парк-скверҙарҙы тәртипкә килтереү һәр ҡала-районда бара. Өфөлә үткән семинарҙа ла һүҙ ошо хаҡта, һәр муниципаль берәмектә уңайлы мөхит тыуҙырыу хаҡында барҙы. Радий Хәбиров белдереүенсә, республика төҙөкләндереү буйынса төрлө программалар тормошҡа ашырыла. Тик уларҙың үтәлеше тейешле кимәлдә ойошторолмаған, сифат аҡһаған осраҡтар бар. Шуға күрә объектты ҡабул иткәндән һуң ғына иҫәпләшеү шарт, тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров фекеренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө ыңғай үҙгәрештәрҙең өлгөһө булырға тейеш. Семинарҙа ҡатнашыусылар күптән түгел генә асылған «Торналар» фонтанын, ҡала ихаталарын, «Беренсе май» мәҙәни һәм ял паркында ремонт эштәре барышын ҡараны. Белгестәр эш тап ошо объекттарҙағы һымаҡ комплекслы рәүештә алып барылырға тейеш тип иҫәпләй. Мәҫәлән, йорт ремонтлана икән, эргә-тирәләге юлдар, ихата, балалар, спорт майҙансыҡтары ла тәртипкә килтерелергә тейеш.
«Башҡортостан ихаталары», «Уңайлы мөхит», юлдарҙы, подъездарҙы ремонтлау программалары. Республикала федераль һәм төбәк проекттары тормошҡа ашырыла. Төҙөкләндереү буйынса эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә. Башҡортостандың 5 ҡалаһы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған, ә был инде федераль аҡсалар йәлеп ителсәк, муниципаль берәмектергә тағы ла яңы мөмкинлектәр асыласаҡ тигән һүҙ. 2020-нең Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителеүен Радий Хәбиров генераль йыйыштырыу тип атаны. Быйыл республика йылдар буйы йыйылып килгән ҡый-һайҙан арынырға тейеш.
Рәмзиә Кәримова.