Рәсәйҙә тауыш биреү өс көн дауам итәсәк

Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа һайлауҙар һәм референдумдарға бәйле закон проектын ҡабул итте. Уға ярашлы, илдә тауыш биреүҙе өс көн дауамында үткәрергә рөхсәт ителә. Әммә төбәк йәки территориаль һайлау комиссиялары тауыш биреү тәртибен үҙ аллы билдәләй ала.

Ул бер көн йәки унан күберәк ойошторолорға мөмкин. Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү бер аҙна дауам итте. Бындай ҡарар коронавирус сәбәпле санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү өсөн ҡабул ителде.

#госдума #голосование