Радий Хәбиров табиптар менән осрашты

Ултырышта коронавирус шарттарында һаулыҡ һаҡлау тармағы эшмәкәрлеге буйынса фекер алышыу булды. Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә коронавирус менән көрәш ваҡытында күрһәткән фиҙаҡәрлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе. “Әммә тынысланырға иртә, инфекция бер ҡайҙа ла юғалманы. Шуға халыҡҡа санитар талаптарҙы үтәү, йәмәғәт урындарында битлектә йөрөү кәрәклеген аңлатырға тейешбеҙ”, - тине Башҡортостан Башлығы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Табиптар ҙа маска кейеү, бина эсендә физик араны тотоу, күмәк халыҡ йыйылмау – коронавирустан һаҡланыу өсөн һөҙөмтәле алым булыуын иҫбатланы. Башҡортостан яңы инфекциянан үлеүселәр һаны буйынса илдә аҙаҡҡы урындарҙа килә.

#хабиров #коронавирус #врачи