Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин етәкселегендә Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусы граждандар хоҡуғын яҡлау буйынса фондтың Күҙәтеү советы ултырышы үтте. Унда ете төбәктә проблемалы торлаҡты төҙөп бөтөү мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостанда “Стройиндустрия” һәм “БашЛСТК” компанияларына ҡараған 5 корпус төҙөлөшө федераль бюджет аҡсаһына дауам итә.
“Ишимбайжилстрой”, “БашЛСТК” һәм “Стройиндустрия” компанияларына ҡараған ҡайһы бер корпустар буйынса өлөшсөләргә компенсация түләнә. Тулыраҡ мәғлүмәтте Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтында табырға була.
#дольщики #госстрой