Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов бөгөн онлайн-брифингта ошо турала белдерҙе. Ут сығыуҙың төп сәбәбе – ямғырһыҙ ҡоро йәшен булған. Урман янғынын асыҡлау өсөн төрлө алымдар ҡулланыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн республикала 4 урында урман яна. Белорет районында Әүжән һәм Үҙән урмансылыҡтарында ут менән көрәш бара. Кисә биш урман янғыны, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында, тулыһынса һүндерелгән. Әле республикала урманда янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә. Бөгөн дә ҡайһы бер райондарҙа юғары янғын хәүефе һаҡлана.
#пожары #минлесхоз