Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районына эш сәфәре барышында урындағы питомник эшмәкәрлеге, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса пландар менән танышты

Муниципалитетта күсмә “Ауыл сәғәте” лә үткәрҙе. Шишмә питомнигы директоры Рәмил Ғәлиуллин әйтеүенсә, уҙған йыл концессион килешеү сиктәрендә предприятиеға урындағы совхоз комплексы тапшырылған. Аграрийҙар районда емеш-еләк етештереүҙе тергеҙеү, уның ҡеүәтен арттырыу, халыҡты сифатлы үҫемлектәр менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. 

2034 йылға үҫентеләр майҙанын 1 мең гектарға еткереү планлаштырыла. Быға федераль һәм республика субсидиялары ла ярҙам итә.  Радий Хәбиров- беҙ мәктәп уҡыусыларын республика ерлегендә үҫтерелгән, сифатлы, Башҡортостан продукцияһы менән тәьмин итеүгә етди ниәтләнгәнбеҙ, тине. Мәктәп ашханаларына үҙебеҙҙә етештерелгән ит килһен өсөн оло эпопея үттек. Был эш башланғанда, уның өлөшө 40 проценттан да кәм ине, бөгөн беҙ уны 86 процентҡа еткерҙек. Хәҙер мәктәп уҡыусыларының рационында Башҡортостан йәшелсәләре һәм емеш-еләктәре булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Райондағы быуала плотина тергеҙеү планы һәм уның биләмәһен үҫтереү буйынса ла фекер алышыу булды. Проект ике маҡсат- питомник биләмәһен һыу менән тәьмин итеү һәм халыҡтың ялы өсөн уңайлы шарттар булған майҙансыҡ булдырыуҙы күҙ уңында тота. Республика етәксеһе район хакимиәтенә быуаны таҙартыу һәм Башҡортостан башлығының йәмәғәт биләмәләрен үҫтереү буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова менән берлектә быуа тирәһен төҙөкләндереү планын әҙерләргә ҡушты. Хөкүмәт иһә проектты әҙерләүгә сығымдар бүлеү мөмкинлеген ҡарарға тейеш, тине Радий Хәбиров.