Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн төбәктә янған урындар юҡ. Хәл контролдә тотола. Әле янғын майҙандарын иҫәпләү бара.
Урман фондына килтерелгән зыян күләме асыҡлана.
Урман янғындары ваҡытында республикала 1 ирекмән мәрхүм булды. Белорет районында утты һүндерешергә китеп барған егеттең юлда йөрәге туҡтаған. Ул сығышы менән Сермән ауылыныҡы булған. Егетте һуңғы юлға оҙатыуҙа район хакимиәте яғынан ярҙам күрһәтелгән.