Урман янғындары тулыһынса һүндерелде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Белорет һәм Бөрйән райондарындағы ут менән көрәш кисә тамамланды. Янғын менән көрәшкә ҡотҡарыусыларҙан тыш ирекмәндәр, урмансылар йәлеп ителде. Ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөүгә көнъяҡ райондарҙа башланған ямғырҙар ҙа булышлыҡ итте.

Урман янғындары һуңғы бер аҙна тиерлек дауам итте. Уттан шулай уҡ Учалы, Йылайыр, Әбйәлил райондары ла зыян күрҙе. Июлдә генә Башҡортостанда 1600 гектар урман янған.