Башҡортостан коронавирус буйынса платоға сыҡты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ләкин ауырыусылар һанытик көҙгә генә кәмей башлауы көтөлә. Шуға күрә республика сикләүҙәрҙе йомшартыуға әҙертүгел. Транспорт, магазиндар, дауаханаларҙа һәмспорт залдарында битлек режимы мотлаҡ үтәлергәтейеш, тине Радий Хәбиров эре сауҙа үҙәктәревәкилдәре менән осрашыуҙа. Сөнки тап ошо өлкәләҡағиҙәбоҙоу осраҡтары йыш теркәлә һәмсир таралыу хәүефе көсәйә.

Эпидемиологтар фекеренсә, пандемия туҡтаһын өсөн халыҡтың 70 процентында антиесемдәр булыуы шарт. Әле тик өстән бер өлөш пациенттарҙа ғына был күрһәткес бар. Әле Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны 6 мең ярымға яҡынлаша. 39 пациент ауыр хәлдә. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостан башлығының контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре дауаханалар буйлап рейдҡа ла  сыҡҡан. Уның һөҙөмтәләре буйынса байтаҡ медицина учреждениеларында битлек режимы иңҡар ителеүе асыҡланған. 

Айнур Кәбиров.