Өфөнөң Мушников урамындағы 21-се йорттоң бөтә фатирҙарына ремонт яһаласаҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөнөң Мушников урамындағы 21-се йорттоң ҡыйығын капиталь ремонт яһау тотош йорт фатирҙарына төҙөкләндереү менән тамамлансаҡ. Июнь айында башланған ремонт тейешенсә атҡарылмаған. Түбәнән ямғыр һыуҙары аға, хатта эҫе һыу ҡойола. Подрядсы ойошманың бындай эшмәкәрлеге тураһында төбәк операторына хат ебәрелгән.

Фатир түбәһенән эҫе һыу шарлауыҡтай ҡойола. Мушников урамындағы күп ҡатлы йорттоң стеналары буйлап ул аҫҡы ҡаттарға тиклем ағып төшә. Һөҙөмтәлә торлаҡ түбәләре, обойҙар аҡтарыла, йыһаздарға зыян килә.

Эҫе һыу ағып төшә башлағас, беҙ хафаға ҡалдыҡ. Сөнки балалр, йорт хайуандары бар, улар бешеүе ихтимал. Беҙҙең фатирға яҡынса 100 мең һумлыҡ зыян килде.

Артур Ирижипов, Г. Мушников урамындағы 21-се йортта йәшәүсе

6 июндә күп ҡатлы йорттоң ҡыйығы капиталь төҙөкләндереү программаһы буйынса яңыртыла башлаған. Әммә уны ойоштороусылар ҡаш төҙәтергә лә өлгөрмәй күҙ сығарған. Хәҙер ҡыйыҡты ғына түгел, фатирҙарҙы ремонтларға кәрәк.

Ремонт ваҡытында эҫе һыу ҡулланыу тыйыла. Йорт ҡыйығынан эҫе һыу ҡойолоуын бер нисек тә аңлатып булмай.

Сергей Уваров, капиталь төҙөкләндереү бүлеге әйҙәүсе инженеры

Подрядсы ойошма ҡыйыҡты аҡтарған, ә бына кире ябыу оҙаҡҡа һуҙылған.Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар хәлде киҫкенләштергән. Өҫтәүенә, күп ҡатлы йортта йәшәүселәр ремонт яһаусыларҙың үҙҙәрен тәртипһеҙ тотоуҙарын билдәләй.

Ремонт яһау урынына спиртлы эсемлектәр эсәләр, беҙ уларға әйтеп тә ҡараныҡ, һөҙөмтәһеҙ. Хәҙер йортҡа миллиондарса һумлыҡ зыян килде.

Николай Ветров, Г. Мушников урамындағы 21-се йортта йәшәүсе

Подрядсы ойошма капиталь ремонтты эшләүҙә ҡағиҙәләрҙе боҙған. Технологиялар күҙәтелмәй. Хатта объекттың паспорты, эш графигы ла юҡ. Төҙөлөш материалдарын да ҡайҙа етте шунда ҡалдырып йөрөйҙәр.

Артур Сәфиуллин, 66-сы торлаҡ файҙаланыу участкаһы вәкиле

Яуапһыҙлыҡ арҡаһында һөҙөмтәлә ҡыйыҡты ғына түгел, утыҙҙан ашыу фатирҙы ла капиталь төҙөкләндереү талап ителә. Уны подрядсы ойошма башҡарырмы, һорау әле асыҡ ҡала.

Рәмилә Исмәғилева.