Өфөлә 20 саҡырымдан ашыу юл төҙөкләндерелә.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ярашлы 22 объект тәртипкә килтерелә. Быйыл Мостай Кәрим урамын капиталь төҙөкләндереү һәм Валерий Лесунов-Баландин бульвары юлын һалыу тамамланыр тип көтөлә. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, 10 участкала эштәр теүәлләнеп килә. Ҡулланылған асфальт-бетон ҡатнашмаһы, ҡырсынташ, битум сифаты юл лабораторияһында тикшерелеп тора.
Ҡатнашма Superpave стандарты буйынса етештерелә, ул тәбиғәт шарттары, транспорт хәрәкәте үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнә. Ремонт ваҡытында ҡатмарлыҡтар күҙәтелеүе ихтимал, шуға водителдәргә баш ҡала хакимиәте сайтында урынлаштырылған интерактив карта менән файҙаланырға кәңәш ителә. Унда зәңгәр төҫ менән ремонт башланмаған урындар күрһәтеләгән. Һары төҫ төҙөкләндереү барған участкаларҙы, ә ҡыҙыл автотранспорт өсөн юл ябыҡ булыуын билдәләй.
Рәмилә Исмәғилева.