Әммә бының өсөн һаҡланыу саралары теүәл үтәлергә тейеш. Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуы хәүефе һаҡлана, шуға ла граждандар күп йыйылған урындарҙа рейдтар ойошторола. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Сауҙа үҙәгендә кейем һатыусы битлек режимын иңҡар итеп клиенттарҙы хеҙмәтләндерергә әҙерләнә. Әммә көнөнә тиҫтәләгән кеше инеп йөрөгән йәмәғәт урынында ябай медицина битлегенә битарафлыҡ вирус таралыуына килтереүе ихтимал. Һаҡланыу саралары үтәлешен тикшергән белгестәр әйтеүенсә, был осраҡта һатыусының ғына түгел, кибет етәкселегенең яуапһыҙлығы иҫәпкә алына.
Әммә социаль яуаплылыҡ – һәр кемдең үҙ яуаплылығында. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүсе хеҙмәткәрҙәр битлек кейеү мәжбүри аҙым түгел, ә шәхсән үҙеңдең һәм башҡа кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау тигән фекерҙә.
Сауҙа үҙәге, йәмәғәт транспорты, туҡталҡалар халыҡ күпләп йыйылған урындар. Автобустарҙа социаль дистанация һаҡлау мөмкин булмаһа ла, битлек-бирсәткәләр булыуы ҡәтғи талап булып ҡала. Урамдарҙа ойошторолған рейд барышында ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеүселәр административ язаға тарттырыла.
Ҙур сәнәғәт предприяталарында һаҡланыу сараларына айырыуса иғтибар. Меңәрләгән хеҙмәткәр эшләгән ерҙә вирус таралыуы хәүефе юғары. Заводта эшселәр битлектәрҙә булыуға ҡарамаҫтан, ингән урында уҡ ҡулды антисептик менән таҙартыу кәрәклеген онотолыуы күҙгә ташлана.
Һаҡланыу саралары үтәлеше буйынса республикала Күп функциялы үҙәк офистары үрнәк итеп ҡуйыла. Үҙизоляция режимы иғлан ителгән осорҙан алып, МФЦ-бүлектәрендә битлек-бирсәткәһеҙ граждандар ҡабул ителмәй.
Республикала вирус таралыуы менән бәйле юғары әҙерлек режимына үҙгәрештәр индерелер тип көтөлә, әммә һаҡланыу саралары үтәлгәндә генә йәмғиәт урындарындағы талаптарҙы йомшартыу мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, йоғошло сир менән көрәш алып барғанда ҡурҡыныс эҙемтәләргә юлыҡансы, иҫкәртеү сараларын үтәү хәйерле.
Флорида Ким.