Ағиҙел аша һалынған күпер аҫтынан йәйәүлеләр үткәүеле тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Воровский урамын яңы төҙөлгән яр буйы менән тоташтырған тоннель йәйәүлеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Объекттың оҙонлоғо – 110 метр, киңлеге – 5 , бейеклеге – 2 метр-ҙан ашыу. Үткәүел эсендә яҡтыртыу , видеокүҙәтеү ҡоролмалары, пандустар һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн лифт та ҡуйылыуы көтөлә.

Был ер аҫты үткәүеле 1978 йылда асылған. Әммә билдәһеҙ сәбәптәр буйынса туҡһанынсы йылдарҙа кире ябылды. Үткәүелде яңыртыу ҡарары ике йыл элек ҡабул ителгәйне. Халыҡ был үткәүелде әүҙем файҙаланыр тип уйлайым.

Алексей Никитин, проект етәксеһе

Гөлназ Хәйбуллина.