Республикала сираттағы финанс пирамида эшмәкәрлеге хаҡында хәбәр итәләр

Your browser doesn't support HTML5 video.

Баш ҡалала коммуналь түләүҙәр квитанцияларында, лифттарҙағы иғландарҙа отошло итеп аҡса индереүгә саҡырған кооператив тураһында мәғлүмәт осратыу мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, яңы ойошма дәүләт реестрында теркәлмәгән. Шуға ла кооперативтың финанс операциялары күҙәтеү органдары менән тикшерелмәй. Өфөлә йәшәүселәрҙе аҡса һалып бер йыл эсендә 30%-ҡа тиклем килем алыуҙы вәғәҙәләгән ойошма эшмәкәрлеге уҙған йылда уҡ башланған. Рәсәйҙә финанс эшмәкәрлек алып барыуға хоҡуҡлы ойошмаларҙың исемлеген Үҙәк Банктың сайтында тикшереү мөмкин.

Кооперативҡа йәки ойошмаға аҡса индереү буйынса һорауҙар барлыҡҡа килгәндә Үҙәк Банкка 300 һандарына шылтыратып мәғлүмәт асыҡларға була. Әгәр ҙә ойошманың эшмәкәрлеге буйынса ниндәйҙер шикләнеүҙәр бар икән рәсми сайт аша тикшереү үткәреүгә заявҡа ебәреү һорала.

Наил Ғәбиҙуллин, Рәсәй Үҙәк банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең хәүефһеҙлек тәьмин итеү бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Флорида Ким.