Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, юл ҡазаһы ауыр йөк машинаһы тағылмаһының ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығыуы арҡаһында булған. Уҙған көн Салауат районы Йонос ауылы янында микроавтобус һәм фура бәрелеште.
Аварияла ике пассажирҙың ғүмере өҙөлдө, алтыһы, шул иҫәптән 8 йәшлек бала йәрәхәттәр алды. Әле был хәлде тикшереү дауам итә.