Өфөгә "Хеҙмәт ҡаҙанышы ҡалаһы" исеме бирелеүе уңайынан стела ҡуйыла

Халыҡ уның урынын һайлай ала. Ике майҙансыҡ тәҡдим ителә. Береһе Еңеү аллеяһы янындағы биләмә. Шулай уҡ мемориалды Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫешкән ерҙә, паркка инеү урынында ҡуйыу тәҡдиме бар. Стела буйынса тауыш биреү 13 сентябргә тиклем бара.

Махсус һылтанма Өфө хакимиәте сайтында урынлаштырылған. (https://bashkortostan.er.ru/news/2020/7/30/mesto-dlya-stely-gorod-trudovoj-doblesti-v-ufe-vyberut-onlajn-golosovaniem/)