Өфөнөң Октябрь проспектындағы ятаҡтарҙың береһендә йәшәүселәр һыуһыҙ ҡалған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Емереү – төҙөү түгел. Өфөнөң Октябрь проспектындағы ятаҡтарҙың береһендә йәшәүселәр һыуһыҙ ҡалған. Дөрөҫөрәге, кемдер уларҙың йыуыныу бүләмәләрен емергән. Хужалар килеп тыуған проблемала Октябрь районының торлаҡ хужалығы идаралығын ғәйепләй. Йәнәһе лә хеҙмәтләндереүсе ойошма башбаштаҡлыҡ күрһәтеп ярты мең самаһы кешене бер ниндәй уңайлыҡһыҙ ҡалдырырға маташа. Милекселәрҙең аһ-зарын БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов тыңланы.

Октябрь проспектындағы был ятаҡта йәшәүселәр оборона тотоп йәшәргә мәжбүр. Әммә көстәр тигеҙ түгел, идарасы компания һәм жэу хеҙмәткәренәнә полиция хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған. Барыһы ла билдәһеҙ кешеләрҙең йыуыныу бүлмәләрен емереүҙән һуң башланған. Һуңынан асыҡланыуынса, торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетынан душтарҙы емерергә тигән иҫкәрмә килгән.  

Тиҫтә йыл самаһы элек биш ҡатлы бинаға капиталь ремонт үткәрелгән. Әммә төҙөкләндереү ҡағыҙҙа ғына булды, тип зарлана хужалар. Сөнки стеналар эшселәр ҡайтып китеү менән ҡойола башлаған. Яңыртылған торбалар ҙа оҙаҡҡа түҙмәгән. 

Әле ятаҡта 500 самаһы кеше йәшәй. Уларға хәҙер йыуыныу өсөн подвалдағы душҡа йөрөргә тәҡдим ителгән. Әммә хужалар бындағы уңайлыҡтар менән риза түгел.

Ятаҡҡа киләсәктә емерелеп төшөү ҡурҡынысы янай. Һәр хәлдә Октябрь районының торлаҡ хужалығы идаралығы вәкилдәре шундай фекергә килгән. Улар билдәләүенсә, ятаҡтағы йыуыныу бүлмәләре законһыҙ урынлаштырылған. Шулай уҡ гидроизоляция һәм елләтеү ҡоролмаһы ла ҡаралмаған. Был үҙ сиратында стеналарҙың ишелеп төшөүенә килтереүе ихтимал.

Ятаҡтағы йыйыуын бүлмәләре законһыҙ урынлаштырылған. Елләтеү ҡоролмаһы ла юҡ. Был үҙ сиратында стеналарҙың еүешләнеүенә килтергән. Быйыл ғинуарҙа торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре тарфынан тикшереү үткәрелде. Һөҙөмтәлә беҙгә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү бурысы ҡуйылды.    

Артур Мөхтәсипов, Өфө ҡалаһы Октябрь районының торлаҡ хужалығы идаралығы бүлеге етәксеһе 

Даими һыу ағып тороуын аҫҡы ҡатта урынлашҡан кибет хеҙмәткәрҙәре лә дәлилләй. Улар ҙа йыуыныу бүлмәләрен ябыу яҡлы. Нисек кенә булмаһын, ятаҡта йәшәүселәр үҙ хоҡуҡтарын яҡлап артабан да көрәшергә ниәтләй.  

Илдар Байбулатов.