ПОЛИНА, ЙӘШӘ!

Your browser doesn't support HTML5 video.

Белорет ҡалаһынанйәш ярымлыҡ Полинаның ғүмеренике миллион долларға торошло укол ҡотҡараала. Ҡыҙғаарҡа мейеһе-мускул атрофияһы диагнозы ҡуйылған. Һирәкосрай торған ауырыу баланың физик яҡтан үҫешентотҡарлай, үҙаллыхәрәкәт итеү мөмкинлеген сикләй. Полинаға тиҙ арала медицина ярҙамы талап ителә. Шул уҡ ваҡытта укол хаҡын ата-әсәяңғыҙы ғынакүтәрә алмай. Йәш ғаиләне ҡеүәтләп, республикала төрлө мәрхәмәтлек саралары уҙғарылды. Автоуҙыш булһынмы, яңы клиптармы – быларҙың барыһы ла кескәй Полинаның ғүмеренһаҡлапҡалыуғайүнәлтелгән.

Полинаның йөҙөнән йылмайыуы төшмәй, яҡындары уны яратып «смайлик» тип йөрөтә. Ҡыҙ бәләкәй генә булһа ла, ҡатмарлы тормош һынауына эләккән. Һирәк осрай торған генетик ауырыуҙан яфалана, уға арҡа мейеһе-мускул атрофияһы диагнозы ҡуйылған. Сир аяуһыҙ, бала көндән-көн хәлһеҙләнә. Рузилә менән Алексей Елсуковтар берҙән-бер ғәзиз ҡыҙҙарын юғалтыуҙан ҡурҡа.

Полинаның ғүмере ҡыл өҫтөндә. Сирҙе донъялағы иң ҡиммәтле дарыу ғына еңә ала. Ген терапияһында ҡулланылған препарат хаҡы 150 миллион һум тәшкил итә. Ғаилә өсөн күтәрә алмаҫлыҡ сумма, шулай ҙа йәш ата-әсә һуңғы өмөтөн өҙмөҫкә тырыша, теләктәре изге – ҡыҙҙарының ғүмерен ҡотҡарыу. Был һынауҙы улар яңғыҙ ғына үтмәй. Башҡортостан һәм Татарстан эстрадаһы йондоҙҙары Елсуковтарҙы ҡеүәтләп, клипта ҡатнашты. Йыр һүҙҙәре һәр кемдең йөрәгенә үтерлек

Ҡиммәтле дарыуға аҡса йыйыу өсөн ваҡыт һанаулы ғына ҡалған. Ғаиләгә өсөн күңел йыуанысы – республика кимәлендә төрлө Хәйриә акциялары ойошторола башланы. Өфөлә уҙғарылған автоуҙышта ғына өс тиҫтәнән ашыу автоһәүәҫкәр ҡатнашты. Сағыу плакаттарҙа «Полина, йәшә!» тигән яҙыуҙар. Һәр бер тин иҫәптә, баланың ғүмерен ҡотҡарыуҙа мөһим.

Йәш ярымлыҡ Полинаның ғүмерен ҡотҡарыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Экранда күрһәтелгән Һаҡлыҡ банкы картаһы номерына аҡса күсерергә мөмкин. Был диагноз һирәк осраһа ла, хөкөм ҡарары түгел. Ҡыҙ бер генә уколдан һуң да аяҡҡа баҫып, тәүге аҙымдарын яһай аласаҡ. Мәрхәмәтле булайыҡ. Балаға бәхетле киләсәк бүләк итеүҙә бергәләп ҡатнашайыҡ.

Һаҡлыҡ банкы картаһы номеры:

2202 2007 8994 4707

Һаҡлыҡ банкы-онлайн:

+7-999-582-3936, Елсукова Рузиля Расиховна.

Гөлназ Хәйбуллина.