Башҡортостанда йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса проект һынала

Республикала Милли социаль башланғыс ғәмәлгә ашырыласаҡ. Был турала Стратегик башланғыстар агентлығының онлайн-кәңәшмәһендә белдерелде. Унда Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Милли социаль башланғыс проектына ярашлы, халыҡ проблемалары төплө өйрәнелә, һәр береһен хәл итеү юлдары билдәләнә. Был иһә социаль учреждениелар һәм ойошмалар эшен камиллаштырыу, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бирә.