Өфө ижадсыһының шиғырын Санкт-Петербургтағы туҡталышта уҡырға була

Баш ҡалала йәшәгән Артур Ғарипов “Урам поэзияһы” әҙәби конкурсында ҡатнаша һәм еңеү яулай. Хәҙер Артурҙың 5 куплетлы шиғыры Петербург үҙәгендәге туҡталыш павильонының быялыһын биҙәй. Шиғыр трамвайҙарға арнала. Артурҙың ижады менән социаль селтәрҙә танышырға мөмкин.