Башҡортостанда алты сәйәси партия вәкилдәре Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа ҡатнаша

Быйыл 13 сентябрҙә – Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала ике округ буйынса парламентҡа депутаттар һайлана. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Ғәҙел Рәсәй”, ЛДПР, “Рәсәй патриоттары”, КПРФ, “Берҙәм Рәсәй” һәм “Йәшелдәр” партияларынан кандидаттар депутат мандатына дәғүә итә. Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала шулай уҡ урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлау үтә.

Ҡала, район һәм ауыл советтарына депутаттар өсөн тауыш биреү була.

#цикрб #выборы